«Элек Өфөнән Прагаға тура рейс була торғайны. Ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында ул бөтөрөлдө. Был рейс бик кәрәкле һәм уңайлы ине. Республика халҡының күбеһе Чехияға уҡырға, ял итергә, командировкаға йөрөй. Ике республика араһында тура рейсты тергеҙеү тураһында һөйләшеү алып барыу урынлы булыр. Баш ҡаланан Прагаға булһа бик яҡшы, әммә Чехияның баш ҡалаһына ла мөмкин», – тине ул.
Витезслав Пивонька был мәсьәләнең урынлы ҡуйылыуы менән килеште һәм Башҡортостанға эш сәфәренән һуң Чехия яғы менән кәңәшләшергә әҙерлеген белдерҙе.