Йәш егет дуҫына, миндә ундай аҡса юҡ, 2 мең һум ғына биреп тора алам, тигән. Дуҫы шуға риза булған.
Икенсе көндө дуҫы уға шылтыратып, сәхифәһен емереп инеүҙәрен, кемдеңдер уның исеменән кешеләрҙән аҡса алыуын белдергән.
Кәйефе төшкән егет интернет селтәренә, муттарға күсерелгән аҡсаны нисек кире ҡайтарырға, тигән һорау индергән.
Варианттар теҙмәһе килеп сыҡҡас, тәүге һылтанма буйынса егет инеп, унда үҙенең телефон номерын яҙып ҡалдырған.
Яҡынса бер сәғәттән ир кеше шылтыратып, муттарға күсерелгән аҡсаны кире ҡайтарыу менән шөғөлләнгән компания хеҙмәткәремен, тип таныштырған.
Шул ир әйткәнде үтәп, егет телефонына яңы ҡушымта (приложение) өҫтәгән. Һәм бер нисә минуттан 52 мең һум аҡсаһынан яҙған.
Тәүҙән үк полицияға мөрәжәғәт итһәсе...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ike-me-umdy-aytaram-tip-52-me-d-n-ola-a-an/