Новости
13 Ноябрь 2019, 08:50

Баҡсала "аҡ ағыу" яһап, уны биткоинға һатып...

Башҡортостанда наркотик етештереү һәм уны һатыу менән шөғөлләнгән енәйәтсе төркөмдө ҡулға алғандар. Төркөмгә Өфө ҡалаһы, Пермь крайы кешеләре ингән булған, уларҙы законһыҙ рәүештә ҙур күләмдә наркотик һатыуҙа, етештереүҙә ғәйепләйҙәр. Бынан тыш төркөм ағзалары аҡсаны енәйәти юл менән легалләштереүҙә лә ғәйепләнә.

Енәйәт эше материалдарына ҡарағанда, төркөмдә торған бер Өфө кешеһенең 2016 йылда уҡ законһыҙ рәүештә наркотик һатыуҙа ғәйепләнеп, хөкөмгә тарттырылған Пермь кешеһен үҙендә йәшереп тотҡаны асыҡланған. Аҙаҡ күрше өлкә кешеһен дә наркотик һатыуға йәлеп иткәндәр.
Наркотик етештергән йәшертен лабораторияны улар баҡсала ойоштора, ә "аҡ ағыу"ҙы Өфө ҡалаһында интернет аша тараталар. Дилерҙар иһә аҡсаны криптовалюта аша алып, аҙаҡ инде "биткоин"ды һумға алмаштырғандар.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре банда ағзаларынан бер килограмдан ашыу "аҡ ағыу" тартып алған. Бынан тыш тентеү барышында резина бирсәткәләр, противогаздар, термометрҙар, һауыттар алынған. Әле төркөм ағзалары һаҡ аҫтында,улар суд ҡарарын көтә.
Читайте нас