Новости
12 Ноябрь 2019, 16:40

Зәйнулла Рәсүлев эҙҙәренән

Республикабыҙҙың 100 йыллығына бәйле Башҡортостан, Рәсәй, донъя кимәлендә үткән бихисап саралар араһында Учалы районының бер нисә ауылында ойошторолған “Зәйнулла Рәсүлев эҙҙәренән” тигән кисә-эстафеталар айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

“Зәйнулла Рәсүлев эҙҙәренән” эстафетаһын ойоштороусыларҙың сараларҙы республикабыҙ юбилейы хөрмәтенә арнауы – баһалап бөткөһөҙ ҙур хеҙмәт.

Тарихты мөхәррирләп йә үҙгәртеп булмай. Шулай ҙа олуғ ишан булмаһа, хәл-ваҡиғаларҙың ниндәй юҫыҡ алыуын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Зәйнулла Рәсүлев – халҡының рухи батшаһы кимәлендәге ишан.

Саралар Зәйнулла ишандың тыуған ауылы Шәриптә 15 августа башланып, артабан уның тормош юлына бәйле Малай-Муйнаҡ, Ахун, Юлдаш (Аҡҡужа) ауылдарында дауам итә. Башҡорт кантоны үҙәге булған Малай – Муйнаҡта буласаҡ ишан 1843–1845 йылдарҙа Мөхәмәт Бохариҙың мәҙрәсәһендә белем ала. Артабан 1848 йылда Ахун ауылына күсә. “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң 1858 йылда Аҡҡужа (Юлдаш) ауылы мәсете янында мөҙәрис булып эшләй.

1859 йылда ошо уҡ мәсеттең указлы муллаһы – имам-хатибы һәм мәҙрәсәнең мөҙәрисе булып раҫлана. Ошо ауылдарҙа үткән хәтер һәм ҡәҙер кисәләрендә Зәйнулла Рәсүлевтең был төбәккә бәйле тормош юлы хаҡында ихлас аралашыу, оло йәштәгеләр менән хәтирәләр уртаҡлашыу йәнле итеп алып барылды.

Был сараларға мәктәп уҡыусыларының да йәлеп ителеүе, кисәләрҙә балалар башҡарыуында доға-аяттар уҡылыуы күңелдәргә йылы өҫтәне.

Артабан “Зәйнулла Рәсүлев эҙҙәренән” эстафетаһын Учалы районының Сораман ауылы ҡабул итте. Унда күп ҡунаҡтар, шулай уҡ Өфө ҡалаһынан “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө егеттәре Ринат Рамазанов менән Айрат Нәзиров, философия фәндәре докторы Гүзәл Вилданова, республика райондары вәкилдәре, райондың күп кенә дин әһелдәре, ишан затына ҡараған шәхестәр саҡырылғайны. Ваҡытында был ауылдан Троицкиҙағы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә өс кеше белем алған, Зәйнулла ишан үҙе лә был ауылға килеп йөрөр булған. Ошо сара сиктәрендә Зәйнулла ишан исемендәге призға уҡтан атыу ҙа ойошторолдо.

Артабан сорамандарҙың эстафетаһын Уральск, Ҡолош, Сәфәр, Белорет районының Шығай ауылы ҡабул итеп, уларҙа ла шулай уҡ ишанды иҫкә алыу саралары үтеп, алдағы йылдың 25 мартында, йәғни Зәйнулла Рәсүлевтең тыуған көнөндә Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында ҙур сара, шунан Учалыла йомғаҡлау кисәһе уҙғарыу күҙ уңында тотола. Олуғ шәхесебеҙҙе иҫкә алыуға арналған был сараларҙы ойоштороуға Әҡлимә Сафина, Зөбәйҙә Ҡәләмова, Дим Закиров, Әҙип Ҡарамышев, Миңзәлә Шөғәйепова, Рәүеф Шаһиев, “Зәйнулла” исемендәге мәсеттең имам-хатибы Риф хәҙрәт, “Мөкәрәмә” исемендәге мәсеттең имам-хатибы Марс хәҙрәт күп көс һалған. Улар киләсәктә “Зәйнулла Рәсүлев эҙҙәренән” туристик һуҡмаҡ ойоштороуға ла өмөт итә.

Ваҡытында Зәйнулла ишан нигеҙ һалған данлыҡлы “Рәсүлиә” мәҙрәсәһендә республикабыҙҙың һәм унан ситтә лә күп кенә шәкерттәр уҡыған. Был йәһәттән учалылар башлаған рухи эстафетаны башҡа район ауылдары ла күтәреп алыр тигән өмөттә ҡалабыҙ. Амин!
https://bash.rbsmi.ru/articles/sh-khest-r/z-ynulla-r-s-lev-e-ren-n/
Читайте нас