Ҡыҙҙырылған тараҡанды Ҡытай һәм Азия илдәрендә быуаттар буйына ризыҡ урынына ҡулланыуҙарын барыбыҙ ҙа беләбеҙ.
Хәҙер килеп фармацевтик компаниялар был паразит бөжәктәр арҡаһында яҡшы килем ала, баҡтиһәң. Кипкән тараҡандың бер килоһы 50 доллар, ә был сумма Ҡытайҙа яҡшы аҡса, тип һанала.
Аңлауығыҙса, тараҡан үрсетеүҙән дә еңел эш юҡ. Ҡытайҙың бер Сичан ҡалаһында ғына йылына 6 миллиард тараҡан үрсетәләр, имеш. Йылы, дымлы һәм ҡараңғы тараҡан фермаһының биналары ике футбол баҫыуына тиң майҙанда урынлашҡан! Илдә бындай фермалар йөҙәрләгән. Әгәр ҙә ер тетрәү, ферма хеҙмәткәре хатаһы йәки башҡа сәбәп арҡаһында бөжәктәр фермаларҙы ташлап сыҡһа, Ҡытайҙы экологик һәләкәт көтә, ти белгестәр.
Тараҡандан яһалған “канфусинь” төнәтмәһе ҡытай медицинаһында үпкә, ашҡаҙан ауырыуҙарына ҡаршы яҡшы сара тип иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта киптерелгән тараҡандан яһалған препараттар сәс ҡойолоу, СПИД, яман шеш һәм башҡа сирҙәрҙе дауалау буйынса тикшереүҙәр аша уҙа.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/ytay-ar-tara-andan-yaman-sheshk-arshy-daryu-ya-ay-ar-/