Новости
12 Ноябрь 2019, 07:15

“Яңы” ипотека “иҫке”һенән һәйбәтерәк

Ипотека хаҡының төшөүе тағы кредит алыу һәм элек ҙурыраҡ процент менән алынғанын ҡаплау (рефинанслау) теләге тыуҙыра. Был саҡта, тәбиғи, ай һайын түләнә барған сумма кәмейәсәк. Ошо ынтылыш маҡсатҡа ярашлымы, йәғни отош­ломо?

“Русипотека” агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр Рәсәй халҡы алған ипотека кредиты өс триллион һумдан ашыу тәшкил иткән, шул иҫәптән Башҡортостан халҡы алғаны – 323,7 миллиард һум. Ҡағиҙә булараҡ, рефинанслау ипотека өсөн аҙыраҡ процент һораған икенсе банкта башҡарыла. Банк белгестәре шуны раҫлай: “яңы” ипотека “иҫке”һенән килешеү төҙөлгән көндә 1,5-3 процентҡа арзаныраҡ булһа, был отошло иҫәпләнә.

Рефинанслау барышында банктың клиентҡа талаптары тәүге кредиттыҡы кеүек үк – яҡшы кредит тарихы, килемдең банкка бурысты ҡапларлыҡ булыуы, кредитты һәм уның проценттарын түләп бөтөрөү мәленә клиенттың йәше (ғәҙәттә, иң оло йәште банктар 65 йәштән 75-кә тиклем билдәләй).

Был эште башҡарған өсөн сығымдар шундай уҡ: баһалау һәм страховкалау өсөн түләү. Ғүмерҙе һәм һаулыҡты страховкалау клиент өсөн мотлаҡ түгел, әммә унһыҙ кредит хаҡы бер пунктҡа арта (Һаҡлыҡ банкы, ВТБ һәм башҡаларҙа). Бынан тыш, рефинанслау барышында ипотека килешеүен теркәгән өсөн тағы бер тапҡыр (“иҫке” ипотекалағы кеүек үк) дәүләт пошлинаһы түләнә. “Иҫке” банк аҡсаны икенсе банкка күсергән өсөн дә комиссия түләтә ала. Документтарҙы раҫлағансы һәм аҡса күскәнсе бер аҙ көтөргә лә тура киләсәк. Яңы урында кредит хупланғас, клиент “иҫке” банкта кредитты ваҡытынан алда түләргә теләүе тураһында ғариза яҙа.

Рефинанслау баҙары Рәсәйҙә 2017 йылдың икенсе яртыһында әүҙем үҫеш ала. 2016 йылда ипотеканың уртаса ставкаһы 12,48 процент булһа, 2017 йылда ул – 10,64, ә былтыр 9,56 процент булған һәм төшөүен дауам итә.
Читайте нас