48 йәшлек ҡатынға социаль селтәр аша туғанынан кеҫә телефонындағы тариф планын иң яҡшыһына үҙгәртергә тәҡдим килгән. Бының өсөн 4 меңгә яҡын аҡсаны билдәһеҙ номерға күсерергә кәрәк булған. Ҡатын уны-быны уйлап тормай күсергән. Аҙаҡ туғанының сәхифәһен аферистарҙың емереп ингәне асыҡланған.
46 йәшлек иргә иһә "һеңлеһенән" хәбәр килгән - ул ағаһынан бурысҡа аҡса һорап торған. Ир 9 мең һумды "һеңлеһе" күрһәткән картаға һалған. Шунан һуң ғына һеңлеһенә, аҡса килдеме, тип шылтыратып белешкән...
27 йәшлек ҡатын интернеттан этенә муйынса алам, тип 23 мең һум аҡсаһынан яҙған: интернет селтәрендә муйынса һатҡан иргә иғлан буйынса шылтыратып, уныһы ҡатындың башын әйләндереп, картаһындағы бөтә булған аҡсаны һыпырған.
62 йәшлек ир интернет аша магнитола алырға дәртләнеп, "һатыусыға" 5 мең һум аҡса түләгән, әммә техниканың һаманғаса еҫе лә юҡ. "Һатыусынан" да елдәр иҫкән.
61 йәшлек ҡатынға "банк хеҙмәткәре" шылтыратып, аҡсағыҙҙы урлап ҡуймаһындар өсөн хәүефһеҙ иҫәпкә күсерәбеҙ, тип алдап, 200 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлағандар.
Был факттар буйынса енәйәт эштәре асылған.