Әлбиттә, гастролдәр ваҡытында төрлө ҡыҙыҡ хәлдәр була. Ҡайһы бер йырсы һүҙҙәрен онотһа, бәғзеләре иһә бер йырҙы икенсеһе менән бутай. Ә бына Марат Шәйбәков Белорет ҡалаһында концерт ҡуйған саҡта, бөтә ҡала буйлап ут һүнгән дә ҡуйған! Йырсылар быны белә, аңлай: аппаратура эшләмәй, микрофон көйләнмәй, дөм ҡараңғы сәхнә һәм дөм ҡараңғы тамаша залы. Бары тик йырсы... һәм баян моңо ғына.
Тик яратҡан йырсыбыҙ юғалып ҡалмаған, ул ҡараңғы сәхнәлә бына тигән итеп йырлап ебәргән .
Концерттан һуң Марат Шәйбәков был турала социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан. Пост аҫтында йырсының подписчиктарынан комментарийҙар теҙелеп киткән.
“Молодец, халыҡты кире бормаған, һанға һуғып, ауырлыҡты еңеп сыҡҡан, Марат, уңыштар һиңә!”
“Тимәк, ул ысын артист!”
“Марат, молодец! Киләсәктә кәрәк булыр тип шәм дә алып йөрө инде концерттарға”.
“Гармун менән бит, даңғыр-доңғыры юҡ, рәхәтләнеп ултыраһың йырлап”.
“Һиңә гел шулай везёт инде, Марат! Был концерттан һуң һиңә халыҡтың мөхәббәте тағы артыр тип уйлайым!” – тип яҙғандар йырсының аккаунтына яҙылған уҡыусылары.
Фото: йырсының интернеттағы шәхси сәхифәһенән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ut-bulma-a-ni-bariber-yirla-an-9090/