Баҡһаң, автомобиль деталдәренең сифаты ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенә йоғонто яһай икән: КамАЗ шоферы тағылма арбаһына фаркопты баҙарҙа һатып алған икән. Ҙур тиҙлектә килгәндә ул уртанан һынып сыға...
Рәсәйҙә “Лада” автомобилдәре класы буйынса ялған деталдәр баҙары, эксперттар самалауынса, йылына 10 – 12 миллиард һумға барып етә. “Күләгәләге” иҡтисадҡа ҡаршы көрәш әлегә ҙур уңыштарға ирешә алмағаны билдәле, ләкин быныһы ҡаҙнаға һалымдар түләмәүҙән бигерәк беҙҙең ғүмерҙәр өсөн хәүефле – шоферҙарҙың да, пассажирҙарҙың да, йәйәүлеләрҙең дә именлеген хәстәрләү фарыз.
Һамар өлкәһенең Прибрежный ҡасабаһындағы был гараж 100 – 150 квадрат метр ғына майҙанды биләһә лә, унда 20 ҡырыу станогы, башҡа ҡорамалдар ҡуйылған. Барыһы ла – иҫке совет техникаһы, унда сифатлы деталдәр етештереү хәҙер мөмкин дә түгел. Әммә улар яңыларына оҡшап тора, етмәһә, нисәлер йыл гарантия бирелеүе тураһында талоны ла була, ниндәйҙер ҙур һәм билдәле заводтың эмблемаһы ла ҡуйыла! Әгәр ҙә ул фирма магазинынан ике тапҡырға арзаныраҡ икән, беҙҙең бөтә нәмәлә һаҡсыллыҡҡа өйрәнгән кешеләр шунан һатып ала, әлбиттә.
Шуға күрә автомобиль өсөн запас частар һатып алырға булғанда, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: баҙарҙа һатылғанына бер ниндәй ҙә ышаныс юҡ, һеҙ үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың именлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ. Хәүеф була ҡалғанда, бер нәмә лә иҫбатлап булмаясаҡ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/unday-ba-ar-a-barma-y/