Оперативниктар уларҙы Борисоглебский урамында наркотиктарҙы йәшерергә маташҡан саҡтарында тотҡан.
Полиэтилен төргәктәрҙе ҡатынҡай бәҙрәф ҡағыҙы рулондары эсенә йәшергән булған.
Оператив мәғлүмәттәр буйынса, 31 йәшлек ир менән уның 33 йәшлек граждан ҡатыны «тиҙлек» тип аталған синтетик наркотиктарҙы интернет-магазин аша һатҡандар.
Был "эшҡыуарҙар" ваҡытлыса йәшәгән фатирҙа "синтетика"ның ҙур партияһы табылған. Полиция хеҙмәткәрҙәренең эше һөҙөмтәһендә "ҡара баҙар"ға дүрт меңдән ашыу доза сыҡмай ҡалды.
Бәлә, ҡайғы сәсеүселәр, был шөғөлгә кредит түләргә кәрәк булғанға тотондоҡ, тип аңлатҡан.
Уларға ҡарата енәйәт эштәре асылған.
Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡыҫылышы булған башҡа кешеләрҙе асыҡлау дауам итә.