Новости
12 Ноября 2019, 16:15

Оҫта ҡуллы ашнаҡсылар

Бөгөн район Мәҙәниәт йортонда халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә уҡыған ҡатын-ҡыҙҙар аш-һыуға ни тиклем оҫта булыуын күрһәтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер ай уҡығандан һуң улар алған белемдәренә таянып, тәмлекәстәр әҙерләне. Буласаҡ ашнаҡсылар алдында йомортҡанан тәмле әйбер әҙерләү бурысы ҡуйылды. Улар бик тәмле ризыҡтар әҙерләп, жюри ағзаларын хайран ҡалдырҙы.
Читайте нас