Теләһә ниндәй мәғлүмәтте һанаулы минуттар эсендә интернетта табып булғанда, китапханаларға зарурлыҡ юҡ та һымаҡ. Кемдәр унда даими йөрөгән, улар ҙа уҡыусы билетының ҡайҙа ятҡанын хәтерләмәйҙер ҙә, моғайын. Ә бит китапханаларҙың гөрләп торған заманы бар ине. Ауылдарҙа ла тиҫтәләрсә йыл клуб һәм ундағы “избач” халыҡ өсөн ысын мәғәнәһендәге мәҙәни үҙәк булды.
Әммә китапханалар йәшәүен дауам итә һәм киләсәккә өмөт менән ҡарай. Йәмғиәттең бер өлөшө китапһыҙ ғүмер итә алмағанға ғына түгел, йәштәр ҙә бында күпләп йәлеп ителә, сөнки китапхана ла үҙгәрә һәм заманға яраҡлаша, улар виртуаль киңлеккә торған һайын йылдамыраҡ күсә бара, мультимедиа һәм интернет-ресурстары арта. Был турала ошо диаграммалар ҙа асыҡ күрһәтә.