Новости
12 Ноябрь 2019, 16:35

Бассейнда батҡан тәрбиәсе иҫерек булғанмы?

Балалар баҡсаһындағы бассейнда батып үлгән тәрбиәсе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Кисә уны туғандары һәм яҡындары һуңғы юлға оҙатты.

51 йәшлек ҡатынды барыһы ла тик ыңғай яҡтан ҡылыҡһырлай. Ул 30 йылдан ашыу тәрбиәсе булып эшләгән. Хеҙмәттәштәре лә, ата-әсәләр ҙә, тәрбиәләнеүселәре лә уны бик яратҡан. Шуға күрә уның менән хушлашырға тип килгән кешеләр ҙә үтә күп булған.
Ул ике малай үҫтергән. Ейән-ейәнсәрҙәре лә бар икән. Килене: “Бассейндан сыҡҡан саҡта тайып йығылған һәм башы менән бәрелгәндер, моғайын. Һыуҙа ятҡанын ҡарауылсы күреп ҡала, тиҙ генә һөйрәп сығара һәм “ашығыс ярҙам” саҡырта. Дауаханаға киткәндә ул комала ине, иртән шылтыратып уның үлеүен хәбәр иттеләр”, – тип һөйләгән.
Ҡатындың үлеме сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бында криминал эҙҙәре юҡ.
Шуныһы күңелде ҡыра, ҡатындың үлеме тураһында билдәле булыуы менән төрлө баҫмалар төрлө фараздарын яҙа ла башланы. Берәүҙәр уны иҫерек булған, икенселәре ҡарауылсы менән күңел асҡан икән, ти. Улы был һүҙҙәрҙе инҡар итә, уның эсмәүе тураһында белдерә. Тырнаҡ аҫтынан бысраҡ эҙләмәйек, ә ғаиләнең ҡайғыһын уртаҡлашайыҡ.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Basseynda-bat-an-t-rbi-se-i-erek-bul-anmi-9049/
Читайте нас