Уҙған аҙнала Нефтекама ҡалаһында башланған был ғауға әле һаман тынмай. Эшҡыуар, урындағы депутат һәм журналистарға бәйле ул.
Депутат белдереүенсә, уға йорттары янында ер эштәре менән шөғөлләнеү борсоған кешеләр мөрәжәғәт итә һәм хәлдең айышына төшөнөүҙе һорай. Баҡһаң, был йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан магазиндың хужаһы кеше күберәк килһен өсөн юл һалырға теләй һәм кеше яллап юлды ҡаҙҙыра башлай. Тик халыҡ быға ҡаршы сыға һәм үҙҙәренең депутаттарына мөрәжәғәт итә. Эш шунда, ошо уҡ эштәрҙе бынан ике йыл элек тә башҡарырға маташалар, тирә-яҡтағы ағастарҙы ауҙарып бөтәләр. Ул ваҡытта быны туҡтатыуға өлгәшәләр.
Йортта йәшәгәндәр белдереүенсә, эшҡыуарҙың был эштәрҙе башҡарыу өсөн рөхсәт ҡағыҙҙары юҡ. Урынға полиция ла саҡырыла. Бер заман машинаһына туғыҙ йәшлек улын ултыртҡан эшҡыуар ҙа килеп етә һәм ғауға ойоштора. Ир улын депутатҡа һәм уның операторына ҡаршы һөсләй башлай. “Бар ҙа тип!” тип ҡысҡыра ул малайға. Тегенеһе ҡурҡышынанмы атаһын тыңлай.
Был видео интернетҡа эләгә һәм яңы ғауға күтәрә. Балаһын бәләкәйҙән кешене туҡмарға, тибергә өйрәткән ирҙе әрләүселәр артҡандан-арта. Шуға күрә бизнесмен яуап бирергә булды.
– Эйе, мин ҡыҙып киттем. Хәҙер ата-әсәләр һәм уҡыусылар алдында оят. Беҙ бит эштәрҙе асыҡ алып барабыҙ. Миңә бер кем дә документ күрһәтмәне, билдәһеҙ кешеләр килде лә ҡысҡыра, камераға төшөрә башланы. Шәхесемә күстеләр, ир булараҡ балаңды тәрбиәләй белмәйһең, тинеләр. Кем быға түҙеп тора инде? Видеоны ла өлөшләтә баҫҡандар, үҙҙәренә кәрәген генә, – ти ул.
Эшҡыуар белдереүенсә, ул ни бары подрядсы һәм килешеү шарттарын үтәй. Шулай ҙа эштәр әлегә туҡтатылған. Бизнесмен әйтеүенсә, оператор уға ҡарата газ баллоны ҡулланған һәм ул полицияға ғариза яҙған.
Ҡыҫҡаһы, әлеге факт буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған. Ысынбарлыҡта нимә булғанын улар асыҡлаясаҡ. Тик быларҙың береһе лә мөһим дә түгел кеүек. Әммә баланы ошолай тәрбиәләгән атай хаҡлымы һуң? Ошо һорау халыҡты нығыраҡ борсой бит.