Көндәр бер аҙ көсөргәнешле булырға оҡшай. Төрлө дәғүә ҡәҙимгенән йышыраҡ осрар. Шишәмбелә ниндәйҙер ҡатмарлы хәлгә юлығыуығыҙ ихтимал. Йондоҙҙар ашыҡмаҫҡа кәңәш итә. Мәсьәләне тулыһынса аңлау өсөн ваҡыт талап ителер.
Һеҙҙе бик яҡшы осор көтә. Дүшәмбелә икеләтә эшләрһегеҙ. Был арала күптәр элек өҙөлгән мөнәсәбәттәрҙе тергеҙер. Күптәнге таныштарығыҙҙан да хәбәр алырһығыҙ. Өмөтлө тәҡдим дә ишетерһегеҙ.
Һәйбәт кәйефегеҙҙе һаҡлау еңел булмаясаҡ, йыш ҡына тиктомалға эсегеҙ бошор. Бының сәбәбе – ҡайһы бер эштәрегеҙҙең һеҙ уйлағанса бармауы. Ҡулығыҙға ниндәйҙер аҡса инер. Уны тотонмай тороғоҙ, тиҙҙән һеҙҙе сығымдар көтә.
Ҡайһы саҡ һаҡлыҡ тураһында онотоп, үҙегеҙгә зыян килтерерһегеҙ һымаҡ. Йондоҙҙар яуаплылыҡты үҙ өҫтөгөҙгә алып, башҡаларҙың ярҙамына артыҡ өмөтләнмәҫкә ҡуша. Әйткәндәй, янығыҙҙа башығыҙға мәшәҡәт өҫтәргә теләүселәр өйрөлә. Һаҡ булығыҙ.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Төрлө мәсьәлә килеп сығыр. Шулай ҙа уларҙы еңел хәл итә алырһығыҙ. Янығыҙҙағылар эшегеҙгә ҡыҫылырға маташыр, бәлки. Бәғзеләр үткән ваҡиғаларҙы иҫегеҙгә төшөрөр. Ниндәйҙер уңайһыҙ һорауҙарға ла яуап бирергә тура килер, моғайын.
Һеҙҙе мәшәҡәтле көндәр көтә. Ҡайһы ваҡыт уңышҡа өлгәшеү ауырлашыр. Хәлдәр һеҙҙән үтә иғтибарлылыҡ талап итә. Йыш ҡына күңелегеҙ бөтөнләй ятмаған эш менән дә шөғөлләнерһегеҙ кеүек. Йомала мөһим һөйләшеү булыр.
Төрлө шикле уй, борсолоу солғап алыр һымаҡ. Төплө уйлағанда, бының өсөн етди сәбәптәр ҙә юҡ кеүек. Һеҙ уйлаған ваҡиғаларҙың күбеһе ғәмәлдә булмаҫ та, моғайын. Кесе йомала яҡын кешегеҙ менән һүҙгә килешеүегеҙ бар. Һәр кем үҙенекендә ныҡ торор.
Ҡыйынлыҡтар йыш осрар. Яҡшы белгән кешеләр менән дә уртаҡ тел табыуы ауырлашыр. Был яҡтан шишәмбе айырылып торор. Ҡайһы бер эштәрегеҙ туҡтағандай тойолор. Был хәлдә һеҙҙең ғәйебегеҙ юҡ, күп осраҡта башҡалар һүҙендә тормаҫ.
Күтәренке кәйефегеҙ уңыштарға өлгәшергә ярҙам итер. Барыһы ла һәйбәт булыр, һеҙгә ҡаршы торорға береһе лә баҙнат итмәҫ. Бер аҙ аҡса ла килергә тейеш. Кесе йомалағы яңылыҡ күңелегеҙҙе күтәрер.
Ыңғай осор. Шулай ҙа ҡайһы бер эшегеҙ һеҙ уйлағандан яйыраҡ барыр. Иң ауыр саҡта ла артҡа сигенмәүегеҙ мөһим. Бәғзеләр эштәрегеҙгә ҡыҫылырға маташыр, кемдер урынһыҙ кәңәштәре менән башығыҙҙы бутар. Ундайҙарға иғтибар бирмәгеҙ, үҙ юлығыҙҙы дауам итегеҙ.
Был арала үҙегеҙҙе тынысыраҡ тотоғоҙ. Йондоҙҙар бер ниндәй ҙә дәғүәгә инмәҫкә ҡуша, юғиһә мөнәсәбәттәрҙең оҙаҡҡа боҙолоуы ихтимал. Эштәрегеҙҙе киләһе аҙнаға ҡалдырмағыҙ, кире осраҡта икеләтә көс түгерһегеҙ.