Уға бөтөнләй таныш булмаған ҡатын килеп һүҙ ҡуша. Һөйләшеп тора биргәс, һеҙгә боҙом һалғандар бит, ти. Тиҙ арала өшкөрөлмәһәгеҙ, бының насар эҙемтәләргә килтереүе мөмкин, тип тә өҫтәй. Һәм үҙенең быға маһирлығы, уның өсөн ҡиммәтле әйберҙәр, аҡса кәрәк булыуы тураһында еткерә.
Аҙаҡ асыҡланыуынса, ялған имсенең ярҙамсыһы ла ситтә торған. Ҡорбанын береһе албырғатҡан ваҡытта, икенсеһе килеп, "ныҡ ярҙамы тейҙе" тип "имсе"гә ҡат-ҡат рәхмәтен яуҙыра. Был хәл пенсионерға ныҡ тәьҫир итә һәм уға өйөнән барлыҡ ҡиммәтле әйберҙәрен, тағы 33 мең һум аҡсаһын ҡушып алып килеүгә этәргес була.
Боҙомдан "дауалаусы" уларҙы пакетҡа төрә, артабанғы аҙымға, сихыр ҡайтарыуға, күсә. Үҙенсә ниндәйҙер йола башҡарғас, пакетты кире бирә һәм бер нисә көн асмаҫҡа ҡуша, юҡһа бер ни килеп сыҡмаясаҡ, ти. Нимәлер күңелен борсоп тора-тороуын пенсионер ҡатындың, тик һаулыҡ ҡәҙерлерәк тип үҙен йыуата. Ике көндән асып ҡарай ҙа һуң...
Билдәле, пакетта таш һәм башҡа шаҡы-шоҡо ғына күрә. Алданғанлығына тамам ышанғас, полицияға мөрәжәғәт итә. Башҡортостан гәзитенән.