Новости
11 Ноября 2019, 11:37

Учалы юлында ике ҡорбан

Бөгөн иртә үтә күңелһеҙ хәбәрҙән башланды. Ҡурҡыныс юл-транспорт фажиғәһе ике кешенең ғүмерен ҡыйҙы. Ул Белорет – Учалы – Мейәс автоюлының 77-се километрында, Учалы районында теркәлде.

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, “Урал” йөк машинаһы менән 55 йәшлек Әбйәлил районы кешеһе идара иткән “Лада Приора” бәрелешә.
Авария һөҙөмтәһендә ватан автомобиленең водителе һәм пассажиры һәләк була. Еңел машинаның тағы ике пассажиры дауаханаға оҙатыла. Фажиғә томан ваҡытында, хәүефле боролошта була. Урында ҡотҡарыусылар һәм башҡа белгестәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Әле юлдарҙа бик ҡурҡыныс мәл. Йә ямғыр, йә ҡар яуа, йә йылыта, йә һыуыта. Быларҙың барыһы ла хәүефте күпкә арттыра. Үтә иғтибарлы булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш ителә.
Фото: ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас