Күптән түгел Сибай ҡалаһында “Супер әсәйҙәр” тип аталған йәш әсәләр төркөмө йәш килендәр өсөн бик матур сара үткәрҙе. “Супер киленкәй” конкурсында иң шәп килен асыҡланды. Ярыш шарттары буйынса бәйгелә ҡатнашыусылар үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙы, ҡәйнәләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, милли кейемдәрҙә дефиле күрһәтте. Шулай уҡ баһалама ағзалары килендәрҙең нимәгә һәләтле икәнлеген дә асыҡлай алды.
Конкурс “Супер әсәйҙәр”ҙең һәм уларҙың балаларының матур һәм дәртле йыр-моңдары менән үрелеп барҙы.
“Супер киленкәй-2019” конкурсының гран-приһына “Ҡурай” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Гөлфиә Аҡбулатова лайыҡ булды. “Мисс-грация” - Фирүзә Сафиуллина, ә “Мисс-гүзәллек” номинацияһында еңеүсе - Роза Иҫәндәүләтова.
Халҡыбыҙҙың гүзәл йолаларын тергеҙеү маҡсатында ойошторолған сара барыһына ла оҡшаны. Килен төшөрөү, килен һөйөү кеүек туйҙарҙа башҡарыла торған йолаларҙың онотола барған сағында тап ошондай конкурстар бик кәрәк, тигән фекерҙә ойоштороусылар.Башҡортостан гәзитенән.