

Эш шунда: ҡыҙ күптән инде инвалид коляскаһында хәрәкәтләнә. Бергә йәшәгән ире вафат булғас, игеҙәк балаларға ауырлы көйө яңғыҙы ҡала. Осраҡлы рәүештә тәҙрәнән осоп төшөп, ныҡ йәрәхәтләнә. Хәҙер ул бары коляскала йәшәй, унһыҙ тормош юҡ. Әммә донъяла мөғжизәләр булмаһа, ҡалай күңелһеҙ булыр ине! Былтыр дауаханала ятҡанда ҡыҙ үҙе кеүек инвалид егет менән таныша. Ул коляска менән дә, таяҡ таянып та хәрәкәтләнә ала. Йәштәр бер-береһен табышҡанға шат.
Ял көнөндә улар никахҡа инде. Кәләш матур аҡ күлдәктә, макияж, балдаҡтар, прическа, биҙәлгән автомобиль - барыһы ла бар, барыһы ла кешеләрсә! Иң мөһиме, эргәһендә - яратҡан кешеһе. Яҙмыштары ябай булмаған йәштәргә ярҙам ҡулы һуҙғандар етерлек. Өфөләр Снежанаға - туй күлдәге, кейәүгә костюм бүләк итә, был бәхетле көндө оло байрамға әүерелдерә. Донъяла яҡшы, позитив кешеләр күберәк булғанда, йәшәү ҙә еңелерәк, күңеллерәк бит.
Фото: “ Комсомольская правда” гәзите
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Key-g-si-iu-tura-inda-hiyallanir-a-la-ba-nat-itm-nem-7429/