

Хатта уны тотошҡан кешегә 3 миллион һум аҡса вәғәҙәләнә. Был әҙәмдең 32 ҡатын-ҡыҙҙың ғүмерен ҡыйыуҙа ҡатнашы барлығы шик аҫтына алынған. Маньяҡ күберәк үҙен яҡлай алмаған олораҡ ҡатындарҙы ҡорбан иткән, тиелә сығанаҡтарҙа. Башҡортостан, Татарстан, Удмуртия, Пермь крайы һәм башҡа яҡын ятҡан субъекттарҙа уны эҙләү иғлан ителгән.
Енәйәтсенең йәшенеп ятыуы йәки икенсе урында бүтән төрлө схема буйынса эш итеүе мөмкин.
Фото: Рәсәйҙең тәфтиш комитетынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/K-s---ya-lau-i-ar-uni--orbani-7445/