Тантанала Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев һәм ҡала биләмәһе башлығы Хәлил Булатов та ҡатнашты.
- Бөтә проекттарҙа әүҙем ҡатнашҡан барлыҡ баймаҡтарҙы ҡотлайым. Еңеү паркы 1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 75 йыллығына ҙур бүләк буласаҡ, - тине район етәксеһе.
Паркта матур ял итеү өсөн бөтә шарттар бар. Машиналар ҡуйыу өсөн урын хәстәрләнгән, өлкәндәр спорт менән шөғөлләнһә, балалар майҙансыҡта рәхәтләнеп уйнай аласаҡ. Шулай уҡ эскәмйәләр, тренажерҙар ҡуйылған.
Паркты асҡан көндө бушлай тәмлекәстәр тараттылар. Тантана салют менән тамамланды.