Новости
11 Ноябрь 2019, 13:00

Бәләкәй ауылдарға - мобиль ФАП-тар

"Тәүге медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса Белорет, Баймаҡ, Ейәнсура, Әбйәлил, Йылайыр һәм Бөрйән райондары аҙ кеше йәшәгән ауылдар өсөн күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары алды.

Мобиль ФАП-тар бөтә тейешле ҡорамалдар: электрокардиограф, экспресс-анализатор, кардиомаркер һәм башҡа медицина кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған. Оҙаҡламай республика тағы шундай 15 күсмә пункт аласаҡ.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас