

Юллама буйынса әсә кеше бер балаһы менән ял итергә тейеш булһа ла, шифахана етәксеһе, баш табип Тәлғәт Рәхмәтуллин инициативаһы менән бюджеттан тыш өҫтәмә аҡсаға йәнә ике бала саҡырылған. Ун көн дауамында бер ғаиләнән дүрт кеше сәләмәтлектәрен нығыта алған.
Ял итеүселәр дауалау курстарынан тыш, массаж ала, бассейнда йөрөү мөмкинлегенә эйә. Шулай уҡ улар өсөн мәҙәни саралар, “Ғаилә” район-ара үҙәге, “Нур” балалар һәм үҫмерҙәр клубы тарафынан төрлө ярыштар ойошторолған.
Тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан “Һаҡмар”ҙан барыһы ла яңы көс һәм дәрт алып, сәләмәтлектәрен нығытып, яңы дуҫтар табып, көр күңел менән таралышты.
Фото: район хакимиәте сайтынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/15-ail-bushlay-yal-it-7539/