Новости
8 Ноябрь 2019, 07:56

Һәр ваҡыт ярҙамға ашыға

Марсель Ҡотлошин (һүрәттә)Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлегендә полицияның участка уполномоченныйы булып ике йыл эшләй. Көн һайын ғаилә низағтары, ғауға ҡуптарыусылар, балаларға төрлө янауҙар менән эш итергә тура килһә лә, ул эшенә зарланмай. Йәш булыуға ҡарамаҫтан, ул тәүгеләрҙән булып граждандарға ярҙамға ашыға.

Марсель Яңы Ҡалҡаш ауылынан. Күрше Иҫке Ҡалҡаш ауылында 2009 йылда мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә. Диплом алғандан һуң армияға алына. Хеҙмәте таулы Әрмәнстандың хозур тәбиғәте менән иҫтә ҡала. Хәрби разведка Стәрлебаш егетен күп нимәгә өйрәтә.

-Армиянан ҡайтҡас мин уҡытыусы булырға теләнем, әммә буш вакансиялар булманы. Стәрлетамаҡта патруль-пост хеҙмәтендә эш башланым. Беренсе мөмкинлек килеп сығыу менән тыуған районыма участковый булып күстем, - тип һөйләй Марсель полицияла һөнәри юлын башлауы тураһында.

Көн һайын ул эшен үҙенә беркетелгән участканы йөрөп сығыуҙан башлай. Уның яуаплылыҡ зонаһына Әмир, Хәлекәй, Ҡабыҡҡыуыш, Ҡарағош, Үрге һәм Түбәнге Аллағыуат ауылдары инә. Ғауғасылар, алкоголизм менән сирләүселәр, элек хөкөм ителгән кешеләр менән профилактик эш үткәреү бик күп ваҡыт ала. Өҫтәүенә, ул имен булмаған ғаиләләрҙә хәлде контролдә тоторға тейеш. Ҡағыҙ эше лә етерлек: аңлатма һәм протоколдар, запростар һәм отчеттар төҙөргә кәрәк. Ял көндәрендә, кисен һәм төнгө ваҡытта эшләү - полицейскийҙың тормошонда ғәҙәти күренеш. Дежурлыҡ итергә лә кәрәк. Көн һайын бихисап ваҡиғалар була. Уның әйтеүенсә, күберәк көнкүреш енәйәттәре ҡылына, урлашыуҙар һәм туҡмауҙар булғылай, йыш ҡына бының сәбәбе - эскелек. Әйткәндәй, хеҙмәт итеү ваҡытында Марсель Мансаф улы спиртлы эсемлектәрҙе законһыҙ һатыу менән шөғөлләнгән кешеләрҙе асыҡлауҙа юғары күрһәткестәргә ирешкән.

«Минең эшемдең төп принциптарының береһе - халыҡ өсөн һәр ваҡыт ҡулай булыу», - ти участковый. Шуға күрә беҙҙең геройыбыҙ барыһы тураһында ла бөтә мәғлүмәтте белергә тырыша, үҙенең яуаплы участкаһында йәшәүселәргә йыш барып йөрөй. Эске эштәр органдары вәкиле килһә, хоҡуҡ боҙоусылар үҙҙәрен төрлөсә: кемдер тыныс, ә икенселәре агрессив тота. Шундай осраҡта яҡшы физик әҙерлек кенә түгел, стрестарға ҡаршы тороусанлыҡ кеүек сифат та мөһим. «Уларҙың һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел табам», - ти участковый Ҡотлошин. - Хоҡуҡ боҙоусыларҙы үҙебеҙҙекеләргә һәм ситтәргә бүлмәйем, закон алдында барыһы ла тигеҙ һәм уны боҙған өсөн барыһы ла бер тигеҙ яуап бирергә тейеш, - тип дауам итте әңгәмәсем.

Уның тыныс тауышында әҙәплелек һәм талапсанлыҡ сағыла, был профилактик әңгәмә өсөн иң кәрәк сифат һәм тәртип һаҡсыһының эшендә төп ҡорал. Ҡала менән сағыштырғанда, ауылда халыҡ изгелекле, беҙҙең участковыйҙы һәр ғаиләлә беләләр, әммә иң мөһиме - уға ышаналар. Өйөндә уны һөйөклө тормош иптәше Рәзилә һәм бәләкәй ҡыҙы көтә! Ә ул тағы ла көрәш менән шөғөлләнергә һәм волейбол уйнарға ярата! Һәр ауыр хәлдә, тәү сиратта, ата-әсәһе өйрәткәнсә, әҙәпле кеше булып ҡалырға тырыша.


Рәйлә ТАЙҒОНОВА.

Автор фотоһы.
Читайте нас