Новости
8 Ноябрь 2019, 08:01

Полицейский ябай һөнәр генә түгел, ә тормош рәүеше!

Ошо йәкшәмбе көндө беҙ эш һәм ял көндәрендә, байрамдарҙа, көн һәм төн тип тормай хеҙмәт бурысы буйынса йәмәғәт тәртибен һаҡлаған, ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә, енәйәт урындарына ашыҡҡан, район юлдарында патруллек итеп, хеҙмәтен алып барған полиция хеҙмәткәрҙәренә хөрмәт күрһәтәсәкбеҙ. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлебаш районы бүлегенең шәхси составына бик күп көндәлек бурыстар ҡуйылған.

Органдарҙа ҡоростай ныҡлы холоҡло, сыҙамлы кешеләр эшләгәнен барыһы ла белә. Уларға йылына 365 көн эшләргә тура килә, күптәрҙең хатта график буйынса сираттағы отпуск хоҡуғынан файҙаланыу мөмкинлеге лә юҡ. Сөнки намыҫһыҙ граждандар яғынан хоҡуҡ боҙоуҙар кисектергеһеҙ тикшереү һәм тиҙ эш итеүҙе талап итә. Хеҙмәтте полиция подполковнигы Илфат Сибәғәтулла улы Ҡолһарин етәкләй. Бүлектең шәхси составы 71 полицейскийҙан тора. Әлбиттә, айырым подразделениеларҙы комплектлағанда билдәле ауырлыҡтар бар, әммә улар хәл ителә. Кадрҙар етешмәү сәбәпле, көсөргәнеш иң сыҙамлыларға төшә. Йәштәрҙең ауылға ҡайтырға теләмәүенән бында ла ошондай проблема бар. Шуға күрә, кадрҙар етешмәү сәбәпле, тәртип һәм тыныслыҡты үҙ һөнәренә тоғро булған бер үк кешеләр тәьмин итә.

Граждандарҙың мөрәжәғәтен ҡабул иткән дежур частың эшендә туҡталып үтке килә. Халыҡ мөрәжәғәт иткәндән һуң ниндәйҙер саралар күреү, ҡыҫҡа срокта урындарға сығыу тап уларҙың эшенә бәйле. Бында эшләгән коллектив тотороҡло, тәжрибәле. Оператив дежурныйҙар - А.Ә.Харисов, И.Я.Ғәйнуллин, Ш.Р.Ҡәйүмов, Д.Н.Абдуловтарҙың профессиональ эшен билдәләп үтергә кәрәк. Тәүлектең 24 сәғәтендә «дежур» полицейскийҙар контроль һәм оперативлыҡты бер минутҡа ла кәметмәй, ҡулдарын дөйөм район пульсында тоталар. Уларҙың йәнәшәһенән бүлеккә берәү ҙә үтеп инеп китә алмай һәм ауылдарҙа хоҡуҡ тәртибен боҙоу тураһында бер мәғлүмәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай.

Ә проблемалар, ысынлап та, бар. Районда үлтереүҙәрҙең күбәйеүе күҙәтелә. Был енәйәттәр күберәк ғаилә- көнкүреш нигеҙендә ҡылына. Иң ҡурҡынысы шунда, туған кешеләр спиртлы эсемлектәрҙе күпләп ҡулланыу һөҙөмтәһендә бер-береһенең ғүмерен ҡыйырға маташа. Хәл-торошто тотороҡлау өсөн билдәле тенденция бар. Полиция участка уполномоченныйҙары тарафынан ғәйәт ҙур эш үткәрелә: улар граждандарҙан килгән ғаризаларҙы тикшереү буйынса төп эште башҡара, был хеҙмәт - халыҡ һәм полицейскийҙар араһында билдәле күпер. Участковыйҙар үҙҙәренең административ участкаһында эште ни тиклем һөҙөмтәле башҡара, быны һуңынан бүлектең барлыҡ подразделениелары күрә. Һәм әгәр хеҙмәткәр үҙенең участкаһында булған хәлде, мәғлүмәтте, ниндәй кешеләр йәшәүен, уларҙан нимә көтөргә мөмкин булыуын белмәй икән, һуңынан тотош шәхси составҡа енәйәттәрҙе асыу буйынса ҙур тырышлыҡ һалырға тура килә. Ситтән күсеп ҡайтҡан граждандар халыҡ араһында енәйәт статистикаһын боҙа. Риелторҙар, ҡалаларҙа уларҙың фатирҙарын һатып, уларға ауылдарҙа ҡулайыраҡ торлаҡ вариантты һайлай. Эшһеҙ статусы алып, бындай «гастролерҙар» йәшәүгә аҡса эҙләй, шулай итеп улар урындағы халыҡтан урлаша башлай. Әйткәндәй, йылдың һәр миҙгелендә үҙенсәлекле енәйәт эштәре ҡылына. Мәҫәлән, көҙөн ҡышҡылыҡҡа әҙерләнгән ҡош-ҡорт, ә яҙын быҙауҙар урлайҙар. Енәйәттәрҙе асыҡлау өсөн урындағы халыҡты шаһит булараҡ йәлеп итергә тура килә. Әммә бөтәһе лә протокол өсөн һөйләргә теләмәй, был иһә шулай уҡ полицейскийҙарҙың эшен ҡатмарлаштыра. Ә енәйәтсе язаһыҙ ҡалһа, уның ҡырын эштәренән тағы ла күберәк кеше зыян күреүе ихтимал.

Урлашыуҙарҙан тыш, киндер үҫтереүҙең яңы ысулы барлыҡҡа килгән. Закон боҙоусылар ниндәй генә хәйләгә бармай. Был үҫемлекте үҫтереү уның психотроп йоғонтоһо арҡаһында тыйылған. Улар сағыу ҡояш аҫтында үҫә, шуға күрә уны таратыусылар алдан әҙерләгән үҫентеләрҙе көнбағыш йәки кукуруз кеүек бейек үҫкән культуралар сәселгән баҫыу уртаһында ултырта. Артабан был уңышты автомобиль капоты аҫтындағы двигателгә һалып киптереп, легаль булмаған продукцияны һата башлай.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарының ошондай осраҡтарға ла тап булғандары бар. Әммә ниндәй эштә лә улар өсөн - табырға, тоторға һәм дәлилләргә тигән төп маҡсат алыштырғыһыҙ ҡала.

Хеҙмәт бурысы буйынса улар хоҡуҡ боҙоусыларҙы ысын донъяла ғына түгел, виртуаль донъяла - интернетта ла эҙләй. Һуңғы ваҡытта мутлашыусыларҙың ябай граждандарҙың иҫәптәренән һәм банк карталарынан аҡса урлау осраҡтары йышайҙы. Аҡса юғалтыуҙың төп сәбәбе - халыҡтың шәхси хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында насар хәбәрҙар булыуы. Мутлашыусылар махинацияларҙың тотош схемаларын уйлап сығара. Телефондан үҙҙәрен банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте булып таныштырып, улар кешеләрҙе алдай. Шуға күрә полицейскийҙар стәрлебаштарҙы уяу булырға һәм берәүгә лә шәхси мәғлүмәтте хәбәр итмәүен һорай. Бындай енәйәттәрҙе асыҡлау бик ҡыйын.

Уларҙың эше һәр ваҡыт хәүефле, даими көсөргәнеш һәм иғтибар талап итә. Шәхси ваҡыт, ял һәм байрам көндәре тип ҡарап тормайынса, улар үҙҙәренең хеҙмәт бурысын башҡара. Уларҙың яҡындары, ғаиләләре күптән быға өйрәнеп бөткән. Улар беҙҙе, ябай граждандарҙы яҡлап-һаҡлап, закон һәм тәртипкә хеҙмәт итә.


Рәйлә ТАЙҒОНОВА.

Автор фотолары.
Читайте нас