Новости
8 Ноябрь 2019, 07:21

“Ниңә генә алып барҙым икән?”

“Химик таҙартыуға затлы ғына тунымды биргәйнем. Хәҙер, ниңә генә унда тапшырҙым икән, тип үкенеп бөтә алмайым. Әйберҙең төҫө тоноҡланған, бер урында хатта тишелгән. Тунымды ҡабул иткән ҡатын: “Был беҙҙең хата түгел”, – тип иҫбатлай. Миңә нимә эшләргә икән? Аҡсалата компенсация алып буламы?Зөһрә.Өфө ҡалаһы”.

– Химик таҙартыу ойошмаһы хеҙмәткәрҙәре тунығыҙҙы таҙартҡанда уның тапшырылғандағы кеүек һаҡланыуы өсөн тулыһынса яуап бирергә тейеш, ә кейемегеҙҙең боҙолоуын бойондороҡһоҙ белгес асыҡлай. Әгәр һеҙ яҙғандарҙың дөрөҫлөгө иҫбатланһа, ойошма тунығыҙҙы ошондай уҡ тауарға алмаштырырға йәки уның икеләтә суммаһын кире ҡайтарырға бурыслы. Бынан тыш, улар һеҙгә экспертиза өсөн сарыф ителгән аҡсағыҙҙы ла кире ҡайтарырға тейеш.


Тунығыҙҙы ошондай уҡ кейемгә алмаштырыуҙары бик шикле, әлбиттә. Ә бына икеләтә хаҡ күләменә килгәндә, ул төбәктәге ошо кейемгә күпме хаҡ ҡуйылыуына бәйле. Әммә ойошманың һеҙҙе әйберҙең үҙенсәлекле булыуы, ошо нигеҙҙә уның үҙ төҫөн юғалтыуы, тишелеүе йәки башҡалар хаҡында алдан иҫкәртеүен иҫбатлауы ихтимал. Был осраҡта химик таҙартыусыларҙың яуаплылыҡтан ҡотолоуы мөмкин.
Читайте нас