Новости
8 Ноябрь 2019, 07:20

Мазовтар Ҡариҙелдә юҡ, эҙләү Ағиҙелдә дауам итә

Артем Мазов һәм уның улдарының яҙмышы кемде генә борсомай икән. Һәр кем был ғаиләнең бәләһен яҡын ҡабул итеп, балаларҙың әсәһе һәм туғандары менән бергә көйә.

Бөгөнгә улар тураһында нимәләр билдәле? Уларҙың ғәйеп булыуына 12 тәүлек булды. Ҡотҡарыусылар һәм водолаздар уларҙы тәүҙә Ҡариҙелдән эҙләне. Бының сәбәбе – йылға ярынан йыраҡ түгел ғаиләнең автомобиле һәм йылға эсендә өрөп тултырмалы матрас табылыуында. Иң тәүге фараз буйынса, улар өсәүләп батҡан.
Ошо көндәр дауамында водолаздар Ҡариҙел төбөнән бер туҡтамай эҙләне. Шулай уҡ ундағы соҡорҙар ҡаралды. Сипайлово биҫтәһе, Тужиловка ауылы һәм трамплин тирәһендә йылға тулыһынса тикшерелде, ҡотҡарыусылар Нуғай күперенә тиклем барып етте. Һөҙөмтә юҡ. Хәҙер водолаздар Ағиҙел йылғаһына күсмәксе. Бәлки унда эҙләү һөҙөмтә бирер.
Беҙ, әлбиттә, күрәҙәселәргә ышанмайбыҙ. Шулай ҙа уларҙың фекерҙәрен дә баҫтырырға булдыҡ. Был ғаиләнең яҙмышы өс Өфө күрәҙәсеһен ҡыҙыҡһындырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың өсөһө лә Мазовтарҙы үлгән тип күрә. Тик береһе лә йылғала күрмәй. Ир матрасты эҙҙәрен бутау өсөн махсус һыу буйына ташлаған, ә үҙе малайҙар менән һоро йортҡа барған, тиҙәр. Ошо урында уларҙың эҙҙәре юғала, имеш. Шулай уҡ икәүһе Артемдың психик һаулығы бер ни тиклем зыян күргән тигән фекерҙә.
Нисек кенә булмаһын, ваҡыт үтә, өмөт кәмей...

Читайте нас