Новости
8 Ноябрь 2019, 08:00

95 йәш - оло юбилей

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдрахманов Абдрахман Мөхәмтғәли улы ошо көндәрҙә 95 йәшлек юбилейы уңайынан Кремлдән конверт алды.

Тыуған көнөндә юбиляр ҡунаҡтарҙы - район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғоловты, социаль мәсьәләләр буйынса уның урынбаҫары Ф.Ә.Шаһисолтановты, район ветерандар советы рәйесе К.Х.Шәрәфетдиновты ҡабул итте.

- Һеҙ асыуланмағыҙ инде, ҡапҡа алдына сығып өлгөрмәнем, - тине ул, ҡунаҡтарҙы өйҙә ихлас ҡаршылап.

- Беҙ, дөрөҫөн генә әйткәндә, уйламаныҡ та. Һеҙ бит оло йәштә. Әммә, шуға ҡарамаҫтан, шәп кенә йөрөйһегеҙ, барыһы ла Һеҙҙең йәштә шулай булһа ине, - тип уның күңелен күтәрергә ашыҡты ҡунаҡтар.

Ветеран, һәр ваҡыттағыса, яҡшы кәйефтә күренә ине.

Тантаналы шарттарҙа юбилярға РФ Президентының персональ ҡотлауы, Башҡортостан Республикаһының Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары (пенсионерҙары) советы Президиумының Маҡтау грамотаһы, Тыуған илен һаҡлауға, Стәрлебаш районының социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн ҙур рәхмәт белдерелгән район хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды.

Район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғоловтың ҡулын ныҡлы ҡыҫып, ветеран уға хөрмәт күрһәткәндәре өсөн рәхмәт әйтте. Урындағы власть яғынан өлкән йәштәгеләргә һәм ветерандарға ҡарата һәр саҡ хәстәрлекле мөнәсәбәт булыр тигән ышаныс белдерҙе.

Район гәзите редакцияһы коллективы барлыҡ изге теләктәргә лә ҡушыла! Сәләмәтлек, йән тыныслығы һәм именлек Һеҙгә, хөрмәтле Абдрахман Мөхәмәтғәли улы!Фаягөл ЙОСОПОВА. Автор фотоһы.
Читайте нас