Новости
7 Ноябрь 2019, 07:30

“Тотто ла ҡырға юлланды...”

Бер ваҡыт пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм сәхәбәләре менән һөйләшеп ултырғанда шул мәғлүм була: йәштәр араһында сабырлығы, эшлеклелеге, көслө ихтыярлылығы менән айырылып торған егет кәсеп итергә сығып киткән икән.

– Тотто ла ҡырға юлланды, – тип көрһөнгән өлкән әңгәмәселәрҙең береһе. – Их, үҙенең йәшлеген, көс-ҡеүәтен Аллаһ юлына сарыф итһә икән...

– Улай тимәгеҙ, – тип ҡаршы төшкән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Әгәр ҙә ки егет туғандарына ризыҡ табыу өсөн кәсепкә сығып киткән икән, ул – Аллаһ юлында; ҡартлыҡ ҡорона ингән ата-әсәһе хаҡына аҡса табыу маҡсатын ҡуйған икән, ул – Аллаһ юлында; йәшәү сығанағы эҙләһә, ул – Аллаһ юлында. Ә инде үҙенә иғтибар йәлеп итеү, маҡталыу, башҡаларға күренеү маҡсатын ҡуйған булһа, шайтан юлында.

Ғибәҙәт – намаҙлыҡта ултырыу ғына түгел, ә тырышлыҡ, яҡындарың хаҡында хәстәрлек, даими хеҙмәт.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас