Интернеттан ҡулланыусылар был юлы уны асыҡтан-асыҡ пластик операция яһауҙа ғәйепләгән. Хәйер, Алһыуҙы быға тиклем дә үҙ-үҙен операция юлы менән камиллаштырыуға тырышыуҙа ғәйепләгәндәре мәғлүм, әммә йырсы һәр саҡ был хәбәрҙәрҙе ялған тип белдерә килде.
Был юлы сибәркәй күҙ ҡабаҡтарын төҙәткән, йәғни блефоропластика яһаған тип баралар. “Пластика эшләгәне күренеп тора”, “Күҙе киңерәк асылған” – ошоға оҡшаш яҙыуҙар йырсының аккаунтын тултырған. Яңы селфинан күренеүенсә, йырсы дуҫтарының байрамында ҡатнашҡан. Сараға ул зауыҡлы ҡара күлдәктә, күркәм алҡаларҙа килгән. Әммә селтәрҙәге кешеләр, уның матур образын маҡтау урынына, тәнҡит утына тотҡандар. Йөҙәрләгән комментарийҙарға Алһыу: “Мине иртәрәк ҡартайттығыҙ”, – тип яуап биргән.