Новости
7 Ноябрь 2019, 07:15

Күҙ теймәһен ветеранға

Абдрахман ағай Абдрахмановты күреү менән уға һоҡланмай ҡалмайһың. Сөнки һуғыш һәм хеҙмәт ветеранына 95 йәш тулды, әммә, олпат йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул – районда иң әүҙем кешеләрҙең береһе.

Ошо көндәрҙә Абдрахман Мөхәмәтғәли улын ошо күркәм юбилейы менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Флүр Шаһисолтанов һәм райондың ветерандар советы рәйесе Кәлимулла Шәрәфетдиновтар ҡотланы. Рөстәм Камил улы ветеранға Рәсәй президенты В.В.Путиндың Ҡотлау открыткаһын, республика һәм район етәкселегенән Ҡотлау хаты, иҫтәлекле бүләктәр һәм сәскә гөлләмәләре тапшырҙы.
Читайте нас