Хәҙер изге сәфәрҙе ойоштороу хоҡуғы бары дини ойошмаларға ғына бирелә. Шул уҡ ваҡытта хажиҙар үҙаллы ла сығып китә ала.
Билдәле булыуынса, төрлө туристик операторҙар аша ҙур сумма аҡса түләп тә хаж ҡылырға бара алмағандар әленән-әле булып торҙо.
Закон проекты авторҙарының маҡсаты – сәфәргә сығырға теләгән граждандарҙы намыҫһыҙ ойоштороусыларҙан аралау.Башҡортостан гәзитенән.