Новости
7 Ноябрь 2019, 17:00

Этник моң яратыусыларҙы йыя "Мосафир"

10-12 ноябрҙә Өфөлә «Мусафир» этник музыка форумы үтә. Проекттың программаһында — музыкаль конференция, оҫталыҡ дәрестәре һәм төрлө семинарҙар. Сарала бөтә донъянан этник музыка йырсылары һәм башҡарыусылары йыйылыуы көтөлә.

Ойоштороусылар этник коллективтарҙы ҡатнашырға саҡыра. Теркәлеү бушлай: msfr.ru.


Төп программа Конгрес-холл «Торатау»ҙа үтәсәк, бынан тыш баш ҡаланың клуб майҙансыҡтары ла эшләйәсәк. Фестивалдең иң мөһим өлөшө - шоукейс. Шоукейс - ул бер туҡтауһыҙ төрлө продюсерҙар алдында этник коллективтарҙың сығыш яһауы. Әлегә сарала Zaman, HAUA, Handuhas, Аргымак, Йатаган һәм башҡа төркөмдәр ҡатнашыуға теләк белдергән.

Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Грантына уҙғарыла.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас