“Ҡанатлы Аҡбуҙат Бөрйәненә ҡайтты, тип хәбәр итә был хаҡта Данир Ғәйнуллин үҙ сәхифәһендә. – Эпостарҙа данланған йыһан аты Кәҫле заводында суйындан ҡойолғайны, Йылҡысыҡҡан күле янына уны тягачта килтерҙек. Иртәгә Аҡбуҙатты постаментҡа күтәрергә планлаштырғанбыҙ.
“Урал батыр” һәм “Аҡбуҙат” эпостарында һүрәтләнгәнсә, беҙҙең Аҡбуҙ көмөшкә буялған, ҡеүәтле ҡанатлы, булат ҡылыслы.
Башҡорт халҡының эпик әҫәрҙәренә ҡуйылған тәүге һәйкәл барыһына ла оҡшар һәм Башҡортостандың халыҡты үҙенә тартып торған иң күркәм урындарының береһенә әүерелер тип ышанам”.Башҡортостан гәзитенән.