Новости
6 Ноябрь 2019, 06:41

Юғары суд ҡарарҙы үҙгәртмәгән

Әбйәлил районы прокуратураһы район биләмәһендә тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшергәндә «Спектр» йәмғиәтенең I-IV класлы хәүефле ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә тейешле лицензияһының булмауын асыҡлай.

Был материал Белорет территориаль комитетына ебәрелә. Комитет белгестәре Рәсәй Федерацияһының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексының 8.2-се статьяһының 1-се ѳлѳшѳ буйынса протокол тѳҙѳп, предприятиеның эшмәкәрлеген туҡтатыуҙы һорап, судҡа мѳрәжәғәт итә.


Суд яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтте ғәйепле тип таба һәм уның эшмәкәрлеген 60 тәүлеккә туҡтатыу тураһында ҡарар сығара. Был ҡарар менән килешмәгән предприятие Башҡортостандың Юғары судына мѳрәжәғәт итә, әммә юғары инстанция суды ла уны үҙгәртмәй.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас