Сираттағы өлкән кеше лә – 73 йәшлек Салауат ҡалаһы пенсионеркаһы мутлашыусылар ҡулына эләккән. Уны магазиндан ҡайтып килгәндә ике таныш булмаған ҡатын туҡтата. Һәм бик ҡаты сихырланыуы тураһында белдерәләр. Йәнәһе лә, әгәр сихырҙы ҡайтармаған осраҡта, яҡындарына ла хәүеф янауы ихтимал икән. Яман сихырҙан ярҙам итәсәктәрен белдерәләр тегеләр, бының өсөн икмәк, һыу һәм өйҙәге барлыҡ аҡсаны алып килеү кәрәк, тиҙәр. Ҡырҙан тыңлап торһаң көлкө бит… Әммә инәй быларға бик ныҡ ышана, нимә һорағандар, барыһын да ҡара ҡалын пакетҡа һалып килтерә. Был пакет менән ниндәйҙер йола үткәреп, тәүлек үтмәйенсә асмаҫҡа ҡушып ҡайтаралар уны мутлашыусылар.