Новости
6 Ноября 2019, 12:45

Ҡорот ыҫларға өйрәнергә теләйһегеҙ икән - Ботайға килегеҙ!

Халҡыбыҙҙың милли ризығы ҡорот - ифрат туҡлыҡлы һәм оҙаҡ һаҡлана. Ыҫланған ҡорот тураһында интернет селтәрендә шулай яҙалар. Әммә уны бөтәһе лә шулай оҫта итеп яһай белмәй.

Ҡоротто ҡайнатыу ғына түгел, дөрөҫ итеп киптерә һәм ыҫлай белергә лә кәрәк, ти уңған хужабикәләр. Ыҫланған ҡоротто Белорет районы Ботай ауылы халҡы “беҙҙең бренд” тип атай. Уны Ҡаҙағстан, Мәскәү, Санкт-Петербургтан, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән заказ биреп алдыралар. Ҡорот ыҫларға өйрәнергә теләүселәргә Ботай ауылы оҫтабикәләре мастер-класс бирергә әҙер.

Оҫталыҡ дәресе 9 ноябрь “Дәрте барҙың эше бар” сараһы сиктәрендә үтәсәк. Ә ир-егеттәр солоҡсолоҡ, күреп үреү кеүек боронғо кәсептәр серен асырға ниәтләй.

Белорет районы Ботай ауылы байрамына рәхим итегеҙ.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас