Новости
6 Ноябрь 2019, 06:30

Ноябргә халыҡ һынамыштары

Кешеләр элек-электән тәбиғәт күренештәренә, күк есемдәренең үҙгәрештәренә ҡарап киләсәкте фаразларға тырышҡан. Күп осраҡта быуаттар буйына һыналған ошондай һынамыштар дөрөҫкә тап ҡилгән. Ноябрь айына бына шундай халыҡ һынамыштарын тәҡдим итәбеҙ.

- 1 ноябрҙә ямғыр өҫтөнә ҡар яуһа, йәй һалҡын килер, бесән уңыр.

- 9 ноябрҙә бәҫ ҡунһа, алдағы көндәр – һыуыҡ, томан булһа, йылы булыр.

- Көҙ оҙон килһә, яҙ һуң килер.

- Көҙ аҙағында түңәрәк-түңәрәк ваҡ ҡына боҙ яуһа, ҡыш һыуыҡ булыр.

- Беренсе ҡар көндөҙ яуһа – ҡыш һыуыҡ, төндә яуһа – йылы килер.

- Йорт ҡоштары баштарын ҡанаттары аҫтына йәшерһә, көн һалҡынайыр.

- Ҡаҙ-өйрәктәр ҡарҙа ҡойонһа, көн йылыныр, буран булыуы ихтимал.
Читайте нас