Новости
6 Ноябрь 2019, 06:40

Беҙ үҙебеҙгә эйәләшкәндәр өсөн ғүмерлеккә яуаплыбыҙ

Француз яҙыусыһы Антуан де Сент-Экзюпериҙың үлемһеҙ "Бәләкәй принц"ынан был һүҙҙәр.

Улар Туфан Миңнуллиндың пьесаһы буйынса яҙылған "Эҙләнем, бәғерем, һине" спектаклендә лә яңғырай. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылған был сәхнә әҫәре бөгөн йәнә яңынан-яңы тамашасылар йөрәгенә юл ярҙы.


Ике яҙмыш. Ике яңғыҙлыҡ. Ике ғәрип – Нурсинә һәм Рәхимйән. Хәйер, уларҙы ғәрип тип атарға тел дә әйләнмәй – икеһе лә берҙәй коляскаға бәйле булһа ла, күңелдәре китек түгел уларҙың. Йөрәктәре генә һөйөү көтә.


Уларҙың телефондан һөйләшеүҙәре спектакль буйына дауам итә, әммә һис тә ялҡытмай. Быға Туфан Миңнуллинлың һоҡланғыс әҫәре, ҡуйыусы режиссер Азат Нәҙерғоловтың шул әҫәрҙе ҡыҙыҡлы итеп ҡора белеүе һәм, әлбиттә, актерҙар Гөлнара Ҡаҙаҡбаева менән Артур Кәбировтың уйнау оҫталығы сәбәпсе.


Бер нәмә лә осраҡлы түгел. Көнөм ҡыҙымдың иртәнге сәй артында "Әсәй, "Бәләкәй принц"тың өйрәнеү, эҫенеү тураһындағы өҙөгөн һөйлә әле", тиеүенән башланғайны, ошо әҫәр менән, "Эҙләнем, бәғерем, һине" спектаклен бәйләгән фәлсәфә менән тамамлана: берәйһенә эҫенһәң, аҙағы ғазаплы бөтөүе лә бар. Беҙ үҙебеҙгә эйәләшкәндәр, үҙебеҙ эйәләткәндәр өсөн ғүмерлеккә яуаплыбыҙ.


Ғазабынан ҡурҡып йөрәкте бикләргә, артыҡ һаҡ ҡыланырға ла ярамай – йөрьәт иткәндәргә генә бәхет йылмая, ә һөйөү ҡыйыуҙарҙы ярата.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас