Новости
6 Ноябрь 2019, 06:43

Атай кеше айырыуса һөйөнгән...

Стәрлетамаҡ районында Елена һәм Андрей Негодиндар ғаиләһе иң ҙур ғаиләгә әүерелде.

Бәхетле атай менән әсәй 11-се сабыйҙары тыуыуын Оло Ҡуғанаҡ ауылында теркәне. Негодиндарҙың һигеҙ улы һәм өс ҡыҙы бар хәҙер. Ғаилә күп итеп мал-тыуар аҫрай, ҙур хужалыҡ тота.
Атай кеше күп ваҡытын юлда үткәрә, ул водитель булып эшләй. Алыҫ сәфәрҙәрҙән бәләкәстәрен һағынып ҡайтып етә. Ун беренсе сабыйын да атай көтөп алған, тиҙәр.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас