Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса бүлексәһе Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән Игорь Шолуховты эҙләй. Ул быға тиклем дә хөкөм ителгән булған. Ә әлеге эше буйынса Игорь Шолуховҡа Өфөләге Орджоникидзе районы суды 2015 йылдың 1 июнендә ҡарар сығарған һәм ул иркенән алты йыл да алты айға, йәғни 2021 йылдың 22 авгусына тиклем мәхрүм ителгән. Ир “көсләү” һәм “урлау” статьялары буйынса хөкөм ителгән.
Енәйәтсе тураһында берәй мәғлүмәт белһәгеҙ, Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына 8 (347) 250-64-21, 8-917-753-57-77 телефондары буйынса хәбәр итегеҙ.