Был хаҡта әсәһе Розалия ханым: "Ата-әсәләр йыйылышында бер ҡасан да, улығыҙ һәйбәт, тимәйҙәр, киреһенсә, осона, шаяра, тиҙәр ине. Тарҡау ине Ришат: йә көндәлеген, йә китап-дәфтәрҙәренән өйҙә онотоп ҡалдыра ине. Көндәлеге Яңы йылға тиклем үк тула, сөнки беҙгә күрһәтмәҫ өсөн "икеле" биттәрен йыртып алып бөтөрә ине.
Ата-әсәләр йыйылышынан ҡайтыуыбыҙҙы өлкән улым Ринат сабыр ғына көтөп тора, беҙҙе күреү менән: "Минең хаҡта нимә тип әйттеләр?" – тип һораша башлай. Ә Ришат мин ҡайтҡансы уҡ юрғанын башынан аша бөркәнеп йоҡларға ята ине. Шуның арҡаһында уны әрләрмен инде тип ҡайтып инһәм дә, асыулана алмай ҡала инем. Иртән инде, үҙегеҙ беләһегеҙ, киске ҡыҙыу һүрелгән була". Башҡортостан гәзитенән.