Күңелһеҙ хәл Бөрө – Таштүбә – Сатҡы автомобиль юлының 49-сы километрында була. Руль артындағы 16 йәшлек үҫмерҙең иҫерек булыуы асыҡланған. Әйтеүҙәренсә, егет үгәй атаһының машинаһын рөхсәтһеҙ алған. Идара итә алмай, юғары тиҙлектә кюветҡа осҡан. Әлегә үҫмерҙең хәле тураһында хәбәр юҡ.
Хөрмәтле водителдәр, һеҙҙең барығыҙҙы ла өйөгөҙҙә көтәләр, яҡындарығыҙҙы хафаландырмағыҙ, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ!Башҡортостан гәзитенән.