“Башҡортостан” телерадиокомпанияһы Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән берлектә ғәҙәти булмаған акция иғлан итте. “Минең һөйгәнем бишенсе ҡатта йәшәй” тип атала ул. Финалға сыҡҡан биш ҡатнашыусы видеооператор менән бергә гидравлик күтәргестә һөйгәненең тәҙрәһе янына күтәрелеп, уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһай аласаҡ. Акцияның бер шарты бар: бейеклек биш ҡаттан да артмаҫҡа тейеш.
“Башҡортостан” телекомпанияһы тарафынан Һәр бер финалсы менән айырым сюжет төшөрөләсәк.
Акцияла 18 йәштән алып 30 йәшкә тиклем һәр бер ир-егет ҡатнаша ала. Бының өсөн улар яратҡан ҡатын-ҡыҙҙарына йөрәк серҙәрен асҡанын, йәки тәҡдим яһағандарын видеоға төшөрөп ебәрергә тейеш. Эштәр тикшерелгәндә уларҙың ҡыҙыҡлы булыуына, ижади ҡарашҡа иғтибар ителәсәк.
Тиҙҙән һауаға ашып, йән һөйгәндәренә бишенсе ҡаттан мөхәббәт һүҙҙәрен еткергән дан ир-егеттәрҙе зәңгәр экрандарҙан күҙәтербеҙ, улар араһында, бәлки, таныштар ҙа осрар, кем белә?