Новости
4 Ноябрь 2019, 03:39

“Мине берәү ҙә яратмай...”

Парктағы эскәмйәлә йәш ҡатын түгелеп илап ултыра. Был ваҡытта аллея буйлап өс тәгәрмәсле велосипедта бәләкәй малай китеп бара. Ул, ҡатынды йәлләп, эргәһендә туҡтай.

Шунан һорап ҡуя:

– Ә һин ниңә илайһың?


– Ой, бәпесем, һин аңламаҫһың ул, – тип ҡул һелтәй йәш ҡатын.


Малайға ул нығыраҡ илай башлаған төҫлө тойола. Төпсөнөбөрәк һораша:

– Һинең берәй ерең ауыртамы әллә, шуға илайһыңмы? Үҙемдең уйынсығымды бирәйемме?


Бындай һүҙҙәрҙән һуң ҡатын үкереп иларға тотона:

– Ой, малай, минең бит берәүгә лә кәрәгем юҡ, мине бер кем дә яратмай...


Бәләкәс уға текләп ҡарай ҙа:

– Ә һин ысынында бөтәһенән дә һораныңмы һуң? – ти...
Читайте нас