Романтиктар беҙҙә бар икән әле! Ләйсән һәм Денисты трамвайҙа ЗАГС хеҙмәткәре тантаналы рәүештә теркәгәндән һуң, яҡындары, дуҫ-ише һәм ата-әсәләре законлы никах менән ҡотланы.
Йәштәр бынанан биш йыл элек АҠШ-та осраҡлы таныша, ә Өфөгә ҡайтҡас, яҙмыштарын бергә бәйләргә була. Баҡһаң, бер заман трамвай көткәндә егет һөйгәненә уның менән ғаилә ҡорорға теләүен белдергән. Өҫтәүенә Денистың атаһы ғүмер буйы тимер юлында эшләгән, шунда буласаҡ ҡатыны менән танышҡан. Ә Ләйсәндең атаһы оҙаҡ йылдар Өфөнөң электр транспорты идаралығында хеҙмәт иткән.