Новости
4 Ноябрь 2019, 03:40

Бишенсе ҡатта тәҙрә шаҡыһындар әле...

Кисә Стәрлетамаҡ ҡалаһында урамдан үтеп барған кешеләр ҡыҙыҡ, күңелде нескәртә торған хәлдең шаһиты булған.

Ҡулына ҙур сәскә гөлләмәһе тотҡан ир автотейәгестә бишенсе ҡат тапҡырына күтәрелгән һәм тәҙрә быялаһына шаҡыған. Тәҙрә асылғас, шаңҡып ҡалған ҡатынға бүләген тотторған.

Баҡтиһәң, Оксана Абайҙуллинаның тыуған көнө булған, ә ире шул рәүешле һөйгәнен ҡыуандырырға уйлаған. Сюрприз килеп сыҡҡан, ҡатын бик һөйөнгән.
Читайте нас