Новости
3 Ноябрь 2019, 03:19

Йөк машинаһы күперҙән осҡан

Бөгөн көндөҙ Стәрлетамаҡ районында күперҙән йөк ташыусы фура осоп төшкән. Авария Өфө – Ырымбур юлында Подлесное ауылы тирәһендә була.

Фажиғә урынына медиктар, полиция, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре килгән.


Билдәле булыуынса, йөк машинаһына ниндәйҙер тоҡтар тейәгәндәр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле белгестәр прицептағы йөктө бушата, һуңынан уны сығарасаҡтар.


Зыян күреүселәр тураһында әлегә мәғлүмәт юҡ.
Читайте нас