Новости
3 Ноябрь 2019, 03:08

Мазовтарҙы Өфөнөң барлыҡ водолаздары эҙләй

Көндәр һыуытты, ҡар яуҙы. Ә Мазовтарҙан һаман яңылыҡ юҡ. Атай менән балаларҙың ғәйеп булыуына алтынсы тәүлек китте бит инде.

аилә тураһындағы ыңғай хәбәрҙе бөтә республика халҡы көтә лә бит. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы иҫән килеш табыу өмөтө кәмей.


Тик ҡотҡарыусылар туҡтарға уйламай ҙа. Полиция менән ирекмәндәр бер ҙә ауырһынмай урман буйҙарынан һәм йылға ярҙарынан эҙләүен дауам итә. Водолаздар ҙа инде нисәнсе көн рәттән йылға төбөн тикшерә. Кисә һәм бөгөн эҙләүҙә ҡатнашҡан водолаздар һаны йәнә артҡан.


“Көн һайын көстәр төркөмө арта. Һәм бөгөн ҡала биләмәһендә урынлашҡан барлыҡ ҡотҡарыу төркөмдәре водолаздары ла эҙләүгә әүҙем ҡушылды”, – тинеләр баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәтендә.


Алдағы ике көндә һыу аҫты эҙләүе ваҡытында 13000 квадрат метр майҙан биләмә тикшерелгән. Белгестәр эҙләүҙе иртә таңдан ҡараңғы төнгә тиклем алып бара. Ирекмәндәр әле “Президент Отель” тирәһендәге урманды тикшерә.


“Варианттар күп, аҙашыуҙарынан алып үлеүҙәренә тиклем. Әле тәү сиратта йылға буйындағы урмандарҙы ҡарап сығыу мөһим”, – тине эҙәрмәндәр отряды етәксеһе Павел Нестеров.


Кисә Рәсәй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин киң масштаблы эҙләү алып барыу һәм енәйәт эшен тикшереү өсөн Башҡортостанға ведомствоның үҙәк аппараты криминалистарын йүнәлтте.
Читайте нас