Бындай көтөлмәгән бәхеттән үҙен күктең етенсе ҡатында итеп тойған ир әйтеүенсә, ул күптән Рәсәйҙең баш ҡалаһына күсергә хыялланған була. “Мин бик аптыраным һәм шатмын, әлбиттә. Ысынлап та, Мәскәүгә күсергә хыяллана инем, ә фатир һатып алырға аҡса юҡ. Унда мине буласаҡ кәләшем көтә. Был отош миңә хыялымды тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк, беҙ бергә йәшәйәсәкбеҙ”, – ти ул.